Ошо хаҡта бөгөн Башҡортостан башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе Урал Килсенбаев белдерҙе. Башинформ агентлығында үткән матбуғат конференцияһында иҫтәлекле датаға арналған мәҙәни саралар планы ла иғлан ителде. Башҡортостандың йөҙ йыллығы уңайынан республика һәм милләттәштәребеҙ йәшәгән башҡа төбәктәрҙә 500 төрлө сара ойошторола. Уларға иһә бюджеттан айырым сығымдар ҡаралмай, ә киреһенсә, төбәккә ҡыҙыҡһыныу уятып инвестициялар йәлеп ителер тип көтөлә. Юбилейға арналған саралар белем биреү учреждениелары, мәҙәниәт йорттарында ҡәҙимге план буйынса барасаҡ. Төп тантана иһә 23 мартта “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк.
Республиканың йөҙ йыллыҡ юбилейы һәр төбәктә тойолорға тейеш
Тулыраҡ: Республиканың йөҙ йыллыҡ юбилейы һәр төбәктә тойолорға тейеш