Бөгөн Башҡортостан телевидениеһы үҙенең юбилейын-60 йыллығын билдәләй. Тап ошо көндә, 1-се мартта беҙҙең телеведениела тәүге даими тапшырыуҙар эфирға сыға башлай. 60 йыл элек булған тарихи ваҡиғаларға хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова байҡау яһар. Әле ул беҙҙең студияла. Ләйсән, хәйерле көн, кемдәр улар әлеге көндә Рәсәйҙә бар йәһәттән дә иң алдынғы тип табылған телевидение башында тороусылар. 1954 йылда Башҡортостан ҡунаҡханаһында бер төркөм энтузиастар һәүәҫкәр телеүҙәк ойоштороп ебәрә һәм документаль, нәфис фильмдар күрһәтә, ә ҡайһы ваҡыт Родина кинотеатрының йәшел залынан төрлө киноларҙың өлөштәрен эфирға сығара башлайҙар. Өфөнөң оло быуын кешеләре хәтерләүенсә, ул йылда баш ҡала халҡы төбәк тапшырыуҙарының сыға башлауын ишетеп, йылдам телевизорҙар һатып ала башлай. Ә ике йылдан һуң 1958-ҙә БАССр-ҙың Министрҙар Советы Өфөлә телеүҙәк төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Өфө телеүҙәгенең етәксеһе итеп Эммануил Соломоновович Штейнберг тәғәйенләнә. Был фотоларҙа телебашняның төҙөлә башланған ғына осорон күрәһегеҙ. Төҙөлөш бик йылдам бара. 1958 йылдың сентябрендә Ленинградтан аппарат -студия комплексын һәм тулҡын тапшырыу ҡоролмаларын көйләүсе оҫталар килә һәм 10-ға ла етмәгән ижади коллектив яңы йыл төнөндә беренсе тапҡыр эфирға сыға. Дикторҙар әҙерләп өлгөрмәйҙәр һәм тапшырыуҙы алып барыу өсөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Ғәзимә Исмәғилеваны саҡыралар. Ғәзимә Исмәғилева телевизор ҡараусыларҙы 1959-сы Яңы йыл менән тәбрикләп, һүҙҙе КПСС-тың Башҡорт обкомы секретары Хәйҙәр Сайрановҡа бирә. Башҡортостан халҡын ҡотлап Мостай Кәрим сығыш яһай. Ниһайәт, телеүҙәкте дәүләт комиссияһына тапшырыу көнө яҡынлаша. Аппарат-студия комплексын ҡороу, УКВ-тапшырғыстар, сантехника, янғын сигнализациялары буйынса акттар тапшырыла һәм телеүҙәк рәсми ҡабул ителә.1959 йылдың 1 мартында концерт студияһынан тәүге тапшырыу эфирға сыға һәм шул көндән башлап тапшырыуҙар даими бара башлай. Тап 1 март шуға күрә лә Башҡортостан телевидениеһының тыуған көнө булараҡ тарихта һаҡлана. Радиотапшырыуҙар һәм телевидение комитетының директоры итеп Ғариф Вәли улы Ғөзәйеров тәғәйенләнә. Башҡортостан телевидениеһының тәүге директоры — Ғәли Харис улы Ғүмәров телевидение штатын туплай. Йөҙҙәрсә саҡырымға телекартиналарҙы тапшырыу ҡеүәһенә эйә ҡатмарлы ҡоролмалар эшләү өсөн хеҙмәткәрҙәр туплана. Был фотоға ла 60 йыл. Бында һеҙ Башҡорт телевидениеһының техник хеҙмәткәрҙәрен күрәһегеҙ. Техник хеҙмәткәрҙәр төшөрөү, ҡорау ҡоролмаларын өйрәнә. Телеоператорҙар әҙерләнә. Телевидениеның тәүге операторы - Ғилван Әмиров. Ул фронтовик оператор. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында алғы һыҙыҡта эшләй. 1959 йылда телеүҙәккә эшкә килә, документаль, ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрә. Ә тәүге дикторыбыҙ — Рәсимә Кәримова. Диктор булыу теләге менән килгән 300 кеше араһынан һайлап алалар уны. Башҡортостан телевидениеһы тарихының тәүге битенә ингән һәм телевидениеның үҫешенә күп көс һалған шәхестәр исемлеге байтаҡ. Беҙ улар тураһында мәғлүмәт менән киләһе тапшырыуҙарҙа ла таныштырырбыҙ. Хәҙер инде беҙҙең телевидение яңы дәүергә аяҡ баҫты, беҙ илдә тәүгеләрҙән булып цифралы форматҡа күстек. Илдә июндә аналог телевидениеһы һүндереләсәк.
Башҡортостан телевидениеһы 60 йыллығын билдәләй
Тулыраҡ: Башҡортостан телевидениеһы 60 йыллығын билдәләй