Республиканың 100 йыллығына арналған был сарала билдәле артистар һәм сәнғәт оҫталары сығыш яһаясаҡ.
СССР-ҙың халыҡ артисы, виртуоз скрипкасы, беҙҙең билдәле яҡташыбыҙ Владимир Спиваков етәкселегендәге Милли филармония оркестры был кисәнең сағыу биҙәге буласаҡ. Юбилей программаһында оркестраға ҡушылып “Рәсәйҙең алтын кларнеты”, Мәскәү өлкә филармонияһы солисы Артур Нәзиуллин, йәш музыкант һәм композитор, пианистарҙың икенсе Мәскәү халыҡ-ара конкурсында Гран-при яулаусы Тимофей Владимиров сығыш яһаясаҡ. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған программала донъяла киң танылыу алған опера йырсылары Ильдар һәм Асҡар Абдразаҡовтарҙың, Башҡорт Дәүләт опера һәм балет театры йырсыһы, “Алтын битлек” премияһы лауреаты Диләра Иҙрисованың ҡатнашыуы көтөлә. Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашевтың сығышы ла тамашасылар күңеленә хуш килер. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған программаның махсус ҡунағы- скрипкасыларҙың Владимир Спиваков исемендәге икенсе Халыҡ-ара конкурсында Гран-при алыусы Мария Дуэньяс. Концерт башланыр алдынан һәр кем Мәскәүҙең музыка йорто фойеһында Башҡортостандың йәш таланттары-Владимир Спиваковтың хәйри фонды стипендиаттары сығышын тыңлай ала.