Фермерҙарға ярҙам

Тулыраҡ: Фермерҙарға ярҙам

Башҡортостандың йәшелсә-емеш үҫтереүселәре һәм ит етештереүселәре үҙ тауарҙарын республика магазиндары һәм ресторандары аша һата ала. Сауҙа-сәнәғәт палатаһында үткән осрашыуҙа ошо мәсьәлә тикшерелде. Үҙ тауарын магазинға һатыу өсөн республика етештереүсеһенә бер-нисә шартты үтәргә кәрәк. Тәү сиратта баҙарҙа ҙур һорау менән ҡулланылған тауар етештерергә, уны тейешле талаптар буйынса төрөргә һәм сауҙа предприятиеһына тиклем китерергә кәрәк. Әлбиттә, күп осраҡта фермерҙар быны үҙаллы эшләй алмай. Шуға ла кәңәшмәлә сауҙа вәкилдәре, эшкәртеүселәр һәм фермерҙар бергә килешеп эшләргә һөйләште.