Инвалид коляскаларында ҡар йырып

Тулыраҡ: Инвалид коляскаларында ҡар йырып

Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килгән инвалидтар республика медицина-социаль экспертиза бюроһына инә алмай. Юл буйына көрт һалыу сәбәпле мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙур ауырлыҡ менән ҡар өйөмдәре аша үтергә мәжбүр. Зоя Лотфулла ҡыҙы медицина-социаль экспертиза бюроһына ҡыҙы менән килгән. Әммә, бинаға барып етеүе еңелдән түгел. Ханымдың юлында ярты метрлыҡ көрт ята. Бында бөтә республиканан кешеләр килә. Тап медицина-социаль экспертиза бюроһында медицина тикшереүе уҙғаралар, инвалидлыҡты билдәләйҙәр һәм эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса ҡағыҙ бирәләр. Әммә, ҡултыҡ таяғы йә инвалид коляскаһында килгәндәр өсөн 20-30 метрлыҡ арауыҡ һынауға әйләнә. Учреждение хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, бина алдында ҡарҙы бер тапҡыр ғына – февраль башында таҙалағандар. Инвалидтарға еңелерәк булһын өсөн бында көрттө ҡаҙып юл эшләгәндәр. Сөнки, ҡатып бөткән ҡарҙы махсус техника ғына таҙарта ала. Совет районы хакимиәте вәкилдәре иһә биләмә ҙур булыу сәбәпле, бар урамдарҙы ла ваҡытында тикшереп өлгөрөп булмай, тип аҡлана. Беҙҙең хәбәрселәр килеүен белгәс, шунда уҡ техника эш башланы. Был юлы медицина-социаль экспертиза бюроһы алдындағы ҡарҙы сығарып түктеләр. Учреждение хеҙмәткәрҙәре артабан да даими ҡар таҙартылып торор, тип ышана.