Башҡортостан сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты вазифаһына Тимур Хәҡимов һайланды. Республиканың сауҙа-сәнәғәт палатаһы берлегенең сираттан тыш конференцияһында яңы етәксе 2019 йылға эшмәкәрлек концепцияһын тәҡдим итте. Бизнес менән власть бәйләнештәрен нығытыусы ойошманың төп маҡсаты — эшҡыуарлыҡты яҡлау һәм төбәккә инвестициялар йәлеп итеү. Был йәһәттән Тимур Хакимов халыҡ-ара тендерҙарҙа ҡатнашып йүнселдәрҙең экспорт мөмкинлектәрен киңәйтергә, инвестпроекттарҙы туплап етәкселек менән фекер алышып уларҙы бойомға ашырыу юлдарын табырға, төбәкте танытыу маҡсатында күргәҙмә-конгресс эшмәкәрлеген йәнләндерергә һәм Башҡортостандан сығып илдә, донъяла эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән йүнселдәрҙе менән студенттарҙы “Яҡташтар” проектына берләштерергә ниәтләй.
Бизнес менән власть бәйләнештәрен нығытыусы ойошма
Тулыраҡ: Бизнес менән власть бәйләнештәрен нығытыусы ойошма