Тыуған урам

Тулыраҡ: Тыуған урам

Республика етәксеһе тәҡдиме менән Башҡортостанда “Тыуған урам” программаһын ғәмәлгә ашырыу башлана. Уның асылы шунан ғибәрәт- үҫешкән һәр ауылда үҙәк урамға асфальт түшәлергә тейеш. Радий Хәбиров әйтеүенсә, «Тыуған урам» программаһы 2024 йылға тиклем иҫәпләнә. Ниндәй урамға асфальт түшәргә кәрәклеген ауыл халҡы йыйылыштарҙа үҙаллы хәл итергә тейеш. Республикала әле 11 мең саҡрымдан ашыу автомобиль юлына ваҡ таш һибергә кәрәк. Быйыл автомобиль юлдарын төҙөкләндереүгә бюджеттан һәр районға 10 миллион һум аҡса бүленеүе ихтимал. Был 1000 саҡрымдан ашыу автомобиль юлын төҙөкләндерергә мөмкинлек бирә. Радий Хәбиров хөкүмәткә ошо мәсьәләне тикшереп тәҡдимдәр индерергә ҡушты.