Дим – ул беҙ

Тулыраҡ: Дим – ул беҙ

Рәсәйҙәге иң ҙур тимер юл станцияларының береһе булараҡ һәм йәйәүлеләр өсөн Европалағы иң оҙон күпере менән дан тотҡан Дим районы 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй. “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ошо уңайҙан “Дим – ул беҙ” тигән тантана ойошторолдо. Алсаҡ һәм ҡунаҡсыл халҡы, боронғо тарихы һәм бай йолалары менән танылған Дим районы бөгөн Өфөнөң иң әүҙем үҫешкән өлөшө. Киң торлаҡ төҙөлөшө, эшҡыуарлыҡ мөмкинлектәре, тормош менән хеҙмәт өсөн экологик яҡтан таҙа, төҙөк һәм уңайлы шарттар биләмәгә кинәт ынтылыш бирә. 31 йыл элек тимер юл киҫелеше дәрәжәһендә барлыҡҡа килгән Дим станцияһы бөгөн етештереү ҡеүәте лә, хеҙмәткә һәләтле халҡы менән дә ғорурлана ала. Районда төрлө йылдарҙа йәшәгән һәм эшләгән кешеләр ҙә ошо уҡ тойғоно кисерә. Иҡтисадтың төп йүнәлештәре тимер юл транспортына бәйле. Предприятиелар араһында нефть, медицина һәм төҙөлөш тармағына ҡарағандары урынлашҡан. Өс меңдән ашыу кесе эшҡыуарлыҡ ойошмаһы теркәлгән. Йүнселлек менән хеҙмәт йәшендәгеләрҙең 25 проценты шөғөлләнә. Районда йәшәгән һикһән меңгә яҡын кешенең яртыһынан күп өлөшө – йәштәр. Дим биҫтәләренең төҙөлөшөнә ҡарап башҡаланың үҫеш аҙымдары баһалана. 75 йыл элек Дим районында өс мәктәп, бер клуб, бер ясли, бер балалар баҡсаһы, почта, дауахана, 21 урамда 704 торлаҡ йорт булһа, бөгөн биләмә генә түгел, социаль өлкә сиктәре лә киңәйә. Район үҫешкән һайын талаптар ҙа арта. Әлеге ваҡытта районда йәйелдерелгән туғыҙ яңы торлаҡ биҫтәһендә балалар баҡсалары менән мәктәптәр, поликлиника, физкультура-һауыҡтырыу үҙәге төҙөү бурыстары бойомға ашырыла. Торлаҡ төҙөлөшө дауам итә. Юлдар, ихаталар, күмәк ял урындары төҙөкләндерелә. Дим халҡы район юбилейын тарихи дата ғына түгел, ә өлгәшелгән ҡаҙаныштарға баһа биреү һәм киләсәккә маҡсаттар ҡуйыу сараһы булараҡ билдәләй.