Өфөлә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан, йәштәр һәм бәләкәй балалары булған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн һөнәрҙәр йәрминкәһе уҙғарыла. Тәҡдим ителгән вакансиялар араһында — администратор, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, диспетчер, инженер, кондуктор, консультант, курьер, менеджер, шәфҡәт туташы, официант, ашнаҡсы, һатыусы һәм башҡа һөнәрҙәр, бар тип хәбәр итә Башинформ агентлығы. Ғәҙәттәгесә, йәрминкәгә килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү, шул иҫәптән компьютер диагностикаһы, һөнәри йүнәлеш, һөнәри белем биреү, мәшғүллектең хоҡуҡи мәсьәләләре буйынса консультациялар биреү ҡаралған.
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн һөнәрҙәр йәрминкәһе
Тулыраҡ: Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн һөнәрҙәр йәрминкәһе