Өфө ҡалаһында 45 ҡатын-ҡыҙ “әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде. Гүзәл заттарҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров тәбрикләне.«Әсәлек даны» миҙалы — үҙенсәлекле бүләк. 1998 йылдан был миҙалды тапшырыу тантаналы йолаға әйләнде. Миҙал тик тырыш, балаларын үҙҙәре тәрбиәләгән әсәләргә генә тапшырыла. Миҙал алыусылар балаларын үҫтереүсе, тәрбиә биреүсе хужабикәләр генә түгел, шулай уҡ мәктәп уҡытыусылары, тәрбиәселәр, табиптар, төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре. Республикала 50 меңдән ашыу ишле ғаиләлә 160 мең тирәһе бала тәрбиәләнә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, социаль, медицина һәм мәғәриф өлкәһенә ҙур иғтибар бүленә һәм ата-әсәйҙәр сабыйҙарының киләсәге өсөн тыныс булырға тейеш. Әсәйҙәр ҙә, үҙ сиратында, хөкүмәт ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе. Яңы йылдан “әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнеүсе ҡатын-ҡыҙҙарға 17 мең һум тирәһе пособие тапшырыла. Шулай уҡ 20 йыл хеҙмәт стажы булған ҡатын ҡыҙҙарға хеҙмәт ветераны тигән исем бирелә.
45 ҡатын-ҡыҙ “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде
Тулыраҡ: 45 ҡатын-ҡыҙ “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде