Украинаның Тернополь өлкәһендә яңы сиркәү һәм радикалдар “Уң сектор” милләтселәре ярҙамында Украинаның православ сиркәүен яулап алған, диндарҙарҙы туҡмаған. Сиркәүгә һөжүмдә 15 экстремист ҡатнашҡан.
Американың Алабама штатында ҡойонда 23 кеше һәләк булған, 40 кеше йәрәхәтләнгән. Меңләгән йорт утһыҙ ҡалған. Штатта ҡойма ямғырҙар дауам итә, ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән.
Италияның Ивреа ҡалаһында йолаға ингән байрам-апельсиндар һуғышы фестивале үткән. Унда ҡатнашыусыларға апельсиндар өләшеү өсөн Сицилиянан 500 тонна емеш килтерелгән. Был йоланың тарихы сама менән 12-се быуатҡа барып тоташа. Былтыр фестивалдә 8 мең кеше ҡатнашҡан.
Воронежда йәшәүсе бер ҡатын ярғанаттарҙы ҡотҡара башлаған. Уның фатирында әле 250 хайуан бар. Көндәр йылытыу менән ярғанаттар иреккә ебәреләсәк, тигән ҡатын.