Хаҡиҡәт эҙләп... судҡа

Тулыраҡ: Хаҡиҡәт эҙләп... судҡа

Өфөлә бөйөрөнә операция яһатҡандан һуң Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Рөстәм Ғибәҙуллиндың сәләмәтлеге ҡаҡшаған. Хирург пациенттың организмында 4 сантиметрлыҡ медицина ҡорамалын онотоп ҡалдырған. Үткән йылда Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында осло энәне операция ярҙамында алалар. 2014 йылда Рөстәм Ғибәҙуллинға бөйөрҙән ташты сағырыр өсөн операция яһала. Һауығыр урынына, уның хәле насарая. Рентген һүрәттәренең иҫәбе юҡ, ти Рөстәм Тәлғәт улы. Республика дауханаларында 4 сантиметрлыҡ медицина ҡорамалын бер кем дә сығара алмай, яуап бер – техник ҡорамалдар юҡ. Сит ил клиникалары Рөстәм Ғибәҙуллинды көттөрмәй яуап бирә һәм 1 млн һумға яҡын хаҡ ҡуя. Ҙур сумма ғаиләнең мөмкинлектәренә тап килмәй. Операция эшләгән хирург иһә үҙенең ғәйебен бөтөнләй танымай һәм пациент менән аралашырға ла теләмәй. Бындай мөнәсәбәттән һуң рөстәм Ғибәҙуллин компенсация талап итеп, судҡа мөрәжәғәт итә. 4 йыл буйына уға 4 сантиметрлыҡ медицина ҡорамалын организмдан сығарыу ысулдарын эҙләргә тура килә. 2018 йылдың аҙағында Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында оҙаҡ көткән операция эшләнә, әле иһә Рөстәм Тәлғәт улы үҙен күпкә яҡшыраҡ тоя. Әммә хәҙер үҙен яҡлар өсөн суд ишектәрен тапарға тура килә. Көн дә тиерлек адвокат менән осрашып аралаша. Операция яһаған хирург иһә бер тапҡыр ҙа суд ултырышына килмәгән. Рөстәм Тәлғәт улы иһә суд ғәҙел хөкөм сығарыр, тип ышана.