2018-cе йылда Башҡортостанға 267 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп ителгән. Бигерәк тә төҙөлөш, мәғлүмәт һәм элемтә, химия, металлургия сәнәғәте, машиналарҙы һәм ҡоролмаларҙы ремонтлау һәм эсемлектәр етештереү тармағында ыңғай үҫеш күҙәтелгән. Ошо турала Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министрлығының коллегия ултырышында хәбәр ителде. Унда ведомствоның эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды һәм 2019-сы йылға маҡсаттар билдәләнде. Ултырышта райондар-ҡалаларҙағы хәлдәргә лә ҙур иғтибар бүленде. Уҙған йылда Баймаҡ районында инвестиция йәлеп итеү буйынса байтаҡ эштәр атҡарылған.
Инвестициялар йәлеп итеү
Тулыраҡ: Инвестициялар йәлеп итеү