Өфөнөң коммуналь хеҙмәткәрҙәре көслө ҡар яуыу эҙемтәләре менән көрәшә. Ҡала урамдарында йөҙләгән махсус техника эшләй. Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәттәренә көсөргәнешле режимда аҙна аҙағына тиклем эшләргә тура киләсәк. Бер-нисә көн эсендә яуған ҡар эҙемтәләрен торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәттәре аҙна аҙағына тиклем бөтөрөргә тейеш. Ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыуҙа бер-нисә техника эшләй. Урам һепереүселәргә ярҙамға хатта урындағы халыҡ та ҡушыла. Юлдарҙы, йорт яны биләмәләрен сифатлыраҡ таҙартыу өсөн ҡала хеҙмәттәре автомобиль хужаларына машиналарын ярамаған урындарҙа, юл буйҙарында ҡалдырмауҙарын һорап, бер тәүлек алдан уҡ иҫкәртеп ҡуя. Шулай ҙа таҙартыуға ҡамасаулаған автомобилдәр юҡ түгел. Февралдә яуым-төшөмдөң күп булыуы сәбәпле ашығыс медицина ярҙамы, махсус хеҙмәттәр машиналары урам-ихаталарға үтә алмай, көрттә батып ултырған осраҡтары артҡайны. Башҡортостан синоптиктары киләһе аҙналарҙа ла күпләп ҡар яуыуы тураһында иҫкәртә. Шуға ла торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәренә артабан да көсөргәнешле режимда эшләргә тура килсәк.
Көслө ҡар яуыу эҙемтәләре
Тулыраҡ: Көслө ҡар яуыу эҙемтәләре