Беренсе республика

Тулыраҡ: Беренсе республика

9 миллион һумлыҡ фильм прокатҡа сыға. Беҙҙең ижади төркөм уның нисек төшөрөлөүен, ҡорау эштәренең барышын баштан уҡ күҙәтеп барҙы һәм беренселәрҙән булып әҙер фильмды күрҙе. Булат Йосопов һәм уның командаһы күптән көтөлгән "Беренсе республика" фильмын матбуғат хеҙмәткәрҙәре, тарихсылар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре хөкөмөнә сығарҙы. Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Ғөбәй Дәүләтшин, Вәлиулла Мортазин, Мәкәрим Мәһәҙиев, Ғабдулла Амантай, Дауыт Юлтый... Атырға! 1938 йыл 10 июль. Башҡорт Автономиялы Республикаһын төрлө яҡлап күтәргән алдынғы шәхестәргә һуңғы хөкөм һүҙҙәре яңғырай. Күтәренке рухта, яҡшы киләсәккә өмөттәр менән янып йәшәгән йәш лидерҙар бөтә республиканың халҡын алға әйҙәй. Төбәктең сәнғәте, мәҙәниәте, әҙәбиәте, журналистикаһы йылдам үҫкән осорҙағы рухлы шәхестәребеҙҙең тормошон дөрөҫ итеп күрһәтеү өсөн бер нисә йыл эҙләнеү эштәре бара. Документтарҙы өйрәнеү һәм тарихи ваҡиғаларҙы бер сценарийға туплау өсөн алты йыл ваҡыт киткән. Тамашасыларҙы бик күп асыштар көтә. Актерҙар ҙа образын табыу өсөн геройҙарының биографияһы менән ныҡлап танышҡан. Тамашасылар бер тауыштан актерҙарҙың уңышлы һайланыуын билдәләне. Уларҙың ҡайһы берҙәре "Бабич" фильмында ла уйнағайны. Илдең һәм Башҡортостан тарихының иң көсөргәнешле һәм болғансыҡ осоро — 20 быуаттың 20-50-се йылдарында ир-егеттәрҙең аяныслы яҙмышы менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар образдары ла кинокартинанан ситтә ҡалмаған. Баҫым көслө, әммә улар яҡындарын һатмай, уларҙың ғәйепһеҙ булыуына ышана. Артабан төрмә, һөргөн... Башҡорт драма театрының легендар актрисаһы Зәйтүнә Бикбулатова, бөйөк әҙибә Һәҙиә Дәүләтшиналарҙың , репрессияға эләккән шәхестәрҙең ҡатындары һәм балаларының яҙмышын тамашасылар күҙ йәштәре аша күҙәтә. Финал. Тиҫтәләгән алдынғы ирҙәрҙән тик журналист Ҡасим Аҙнабаев ҡына иҫән ҡала. Ир-егеттәрҙе лә хатта тыныс ҡалдыра алмаҫлыҡ "Беренсе республика" фильмын беренселәрҙән булып Һуңғы кадрҙарҙағы бәләкәс кенә ҡыҙ — Ҡасим Аҙнабаевтың ҡыҙы һәм ейәнсәре күрергә килгән. Яңы Рәсәйҙең составына беренсе булып ингән Башҡортостан Республикаһы һәм уның шәхестәре тураһындағы башҡорт фильмының премьераһы 16 мартҡа тәғәйенләнде.