Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ҡырымда юғары тиҙлекле катерҙар дежурға сыҡты. Десант транспорты Севастополдә һынуҙарҙы уңышлы үтеп, Керчь боғаҙына йүнәлде. Яңы техникала Рәсәй хәрбиҙәре ҡара диңгеҙ буйын һаҡлаясаҡ.

Францияла өсөнсө төн рәттән тәртип боҙоусылар полиция вәкилдәренә фейерверктар һәм петардалар ташлай. Һөҙөмтәлә, бер-нисә янғын һүндереү һәм полиция хеҙмәткәре төрлө йәрәхәттәр алған. Был сыуалыш юл-транспорт фажиғәһендә ике үҫмер һәләк булғандан һуң башланған. Автобусҡа килеп бәрелгән скутерҙы полиция баҫтырған.

Американың демократия фирҡәһе вәкиле Хиллари Клинтон 2020 йылдағы һайлауҙарҙа ҡатнашмай. Был турала ул үткән президент һайлауҙарында хәбәр итте. Үҙенең кандидатураһын тәҡдим итмәһә лә, сәйәсәттән китергә йыйынмайым, тине ул.

Рәсәйҙә етештерелгән яңы Аурус лимузинын Европа халҡына күрһәттеләр. Машина тулыһынса заманса система менән йыһазландырылған, двигатель ҡеүәте 600 ат көсө. Ул 9 секунд эсендә 100 километр тиҙлекте йыя. Әйткәндәй, был лимузин Рәсәй президенты Владимир Путиндың төп эш автомобиле. Рәсәйҙә быйыл ошондай 120 машина сығарыу планлаштырыла.