Үлемгә килтереүсе төп сәбәптәр

Тулыраҡ: Үлемгә килтереүсе төп сәбәптәр

Республикала йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары үлемгә килтереүсе төп сәбәптәрҙең береһе булып тора. Ошо йәһәттән, милли проект сиктәрендә 2024 йылға тиклем төбәктәрҙә махсус үҙәктәрҙе кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазландырыу ҡарала. Үлем сәбәптәре исемлегендә онкология икенсе урында. Былтыр медицина хеҙмәткәрҙәре өс меңдән ашыу кешелә яман шеш барлығын асыҡлаған. Был үткән йыл менән сағыштырғанда 769 осраҡҡа күберәк. Ауырыуҙы иртә стадияла асыҡлар өсөн киләһе өс йылда Башҡортостанда 13 амбулатор-онкологик ярҙам үҙәге асыу ҡарала. Ауыл ерендә медицина ярҙамының сифатын яҡшыртыу өсөн быйыл тағы ла күсмә 27 фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла. Республикала райондарға белгестәрҙе йәлеп итеү, табип һөнәренең абруйын арттырыуға йүнәлтелгән саралар күрелә.