Бөрйән районының яңы ФАП

Тулыраҡ: Бөрйән районының яңы ФАП

Бөрйән районының Мораҙым ауылында фельдшер-акушер пункты асылды. Яңы бина тулыһынса заманса талаптарға яуап бирә. Фельдшер-акушер пункты мөдире Миңлебикә Тулыбаева Мораҙым ауылында 40 йылға яҡын эшләй. Белорет медицина училищаһын тамамлағандан һуң ошо ауылға килеп төпләнә йәш белгес. Яңы ФАП 500-гә яҡын кешене хеҙмәтләндерә, шуларҙың 112-һе балалар. Заманса модулле фельдшер-акушер пунктының төҙөлөүе тотош ауыл халҡы өсөн көтөп алынған ваҡиға. Ингән урында мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн пандус та ҡуйғандар. Процедура, ҡабул итеү бүлмәләре эшләй. Заманса уңайлыҡтары булған бинаға һөйөнөп бөтә алмайбыҙ, ти ауыл халҡы.