22-се июль Анапа – Магнитогорск йүнәлеше буйынса хәрәкәт итеүсе транспорт билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында юлдан төшөп китеп ауа. Авария ваҡытында автобуста 40 турист һәм 2 водитель була, 27 кеше медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Силәбе губернаторы Борис Дубровксий сәйәхәтселәрҙең сәләмәтлеген даими күҙәтеүгә алырға бойорған. Бының өсөн күрше субьекттың башҡарма власть органдары республика вәкилдәре менән тура бәйләнеш режимында эшләйәсәк. Борис Дубровский шулай уҡ зыян күреүселәргә страховка түләүҙе талап итә. Компенсация суммалары ике миллион һумға тиклем етә.
Автобус ауыу сәбәпле Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатты
Тулыраҡ: Автобус ауыу сәбәпле Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатты