Ярты йылдан Башҡортостанда йәнә бер һөтсөлөк фермаһы асылып 400 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Радий Хәбиров ошо хаҡта Рәсәй һөт етештереүселәре берлеге рәйесе Штефан Дюрр менән осрашыуҙа һөйләшеп килеште. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында Рәсәйҙә ауыл хужалығы компанияһы ойошторған Германия эшҡыуары бөгөн тармаҡты артабан үҫтереү юлында. Тауар етештереү менән бер рәттән Штефан Дюрҙы ауыл эшсәндәренең көнкүреше һәм ялы ҡыҙыҡһындыра. Ул аграр тармаҡҡа йәштәрҙе йәлеп итеү яҡлы. Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа килсәктә республиканың көнбайышында һөт эшкәртеү предприятиеһын төҙөү мәсьәләһе тураһында ла һүҙ булды.
Башҡортостанда һөтсөлөк фермаһы асыла
Тулыраҡ: Башҡортостанда һөтсөлөк фермаһы асыла