Быйыл «Башҡортостан ихаталары» программаһын бойомға ашырыу өсөн 1 миллиард 700 миллион һум аҡса бүленә. Республика етәксеһе Радий Хәбиров был йәһәттән эштәрҙең башланыуы тураһында хәбәр итте. Программа ҡатнаш финанслау тәртибенә нигеҙләнгән. Аҡсаның 99 проценты республика ҡаҙнаһынан бүленә, 1 проценты – халыҡтыҡы. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, эш халыҡ менән йыйылыштар үткәреүҙән башлана, улар пландарҙы раҫларға тейеш. Башҡарылған эштәрҙең акттарына ҡул ҡуйғандан һуң ғына эш тамамлана. Быйыл йәй 480 ихата төҙөкләндереләсәк, ә алдағы 5 йылда 2 мең 903 ихатаны яңыртыу ҡарала. Республикала ихаталарҙы төҙөкләндереү эштәре 15 майҙа башланып 31 авгусҡа тиклем дауам итәсәк.
Башҡортостан ихаталары
Тулыраҡ: Башҡортостан ихаталары