Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле курорт-ҡала Евпаторияның шифаханаһынан ҡайтты. Улар Ҡырымда ике аҙна сәләмәтлеген нығытты. Ял итеүсе балалар үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашырға онотманы. Зарина, Алина һәм Аделина хәҙер өс әхирәт. Улар Ҡырымда урынлашҡан шифаханала таныша. Тыуған яғы-Сибайға ҡайтҡас та улар мотлаҡ осрашып торорға һүҙ бирешкән.Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Республика етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдиме менән Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле шифаханала һаулығын нығытты. Улар диңгеҙҙе үҙ күҙҙәре менән күрҙе, төрлө сәләмәтлек процедуралары, бассейн, тренажер залдары һәм күңел асыу сараларына йөрөнө. Ял итеп ҡайтҡан балалар Сибайҙа урынлашҡан карьер янында йәшәгән. Хәҙер иһә улар тын алышының күпкә яҡшырғанына ҡыуана. Шифаханала мәктәп уҡыусылары төрлө процедуралар үтеүҙән тыш, мәктәп программаларын да үҙләштергән. Сибай уҡыусылары ҡояшлы яҡта сәләмәтлеген нығытып ҡайтыуҙарына сикһеҙ рәхмәтле.
Сибайҙан тағы ла 250 бала Ҡырамға китте
Тулыраҡ: Сибайҙан тағы ла 250 бала Ҡырамға китте