Республика башлығы үҫтерелгән уңышты ваҡытында һәм юғалтыуһыҙ йыйып алырға саҡыра. Был турала Рөстәм Хәмитов Саҡмағош районында ауыл хужалығы тармағы белгестәренең „Баҫыу көнө 2015„ кәңәшмәһендә белдерҙе. Семинар сиктәрендә район, хужалыҡтары етәкселәре Базы ауыл хужалығы тауар етештереү кооперативы эшмәкәрлеге менән дә танышты. Базы-ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү буйынса республикала алдынғы предприятиеларҙың береһе. 2014-се йыл йомғаҡтары буйынса бында 268 миллион һумлыҡ табыш алынған. „500 ферма„ республика маҡсатлы программаһы буйынса Йомаш һәм Рапат ауылдарында быйыл һөтсөлөк фермалары асылған. Хужалыҡта тоҡомло малдар үрсетелә, 600 башҡа иҫәпләнгән малсылыҡ цехы төҙөлә. Форумда ҡатнашыусылар иғтибарына шулай уҡ хужалыҡтың орлоҡсолоҡ буйынса һөҙөмтәле эшмәкәрлеген күрһәтеүсе баҫыу өлгөләре лә тәҡдим ителде. Әйткәндәй, республика хужалыҡтарын орлоҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән борсоулы мәсьәләләр етерлек. Орлоҡтар башлыса сит илдән һатып алына, улар менән зарарлы бөжәктәр һәм сүп үләндәре лә эләгә. Базы хужалығы үҙендә орлоҡ әҙерләү мәсьәләһен дә хәл итмәксе. Орлоҡсолоҡ заводтарын төҙөү программаһына ярашлы, бында тәүлегенә мең тонна иген ҡабул итерлек елгәреү һәм киптереү комплексы эшләй. Уға өҫтәп республикала тиңе булмаған элеватор төҙөлөшө бара. Яңы ҡоролма сәғәтенә 30 мең тонна иген ҡабул итергә иҫәпләнгән, уның тәүге сираты быйыл көҙ сафҡа инәсәк.Баҫыу көнө майҙанында Рәсәй һәм сит илдә етештерелгән ауыл хужалығы машиналары күргәҙмәһе лә асылды. Унда әлегәсә Башҡортостан баҫыуҙарына сыҡмаған өр-яңы техника өлгөләре лә бар.Заманса агрегаттарҙың башҡа төрҙәре менән дә хужалыҡтар йылдам ҡыҙыҡһына, ихтыяж ҙур, ти техника һатыусы ойошма вәкиле. Форум район мәҙәниәт һарайында дауам итте. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов аграр тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләренә туҡталып, етәкселәр һәм белгестәрҙе заман талаптарын иҫәптә тотоп ауыл хужалығын яңыса алып барырға саҡырҙы. Эшсәндәрҙең хеҙмәт шарттарын ҡағиҙәләргә ярашлы үтәүҙе талап итте. Ауыл хужалығы дәүләт ярҙамынан башҡа алға китә алмай, шуға ярҙам артабан да буласаҡ, тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы.Рөстәм Хәмитов республика башлығы эргәһендә тиҙҙән ауыл хужалығын яңыртыу буйынса совет ойоштороласағы тураһында ла белдерҙе. Ул аграр тармаҡтың файҙалы эшләүен тәьмин итеү юлдарын табырға тейеш. Семинар-кәңәшмә 25-се июлгә тиклем дауам итә. Алдағы көндәрҙә республика райондары вәкилдәре Базы хужалығы тәжрибәһе менән ғәмәлдә танышып, белгестәр менән аралашасаҡ. Баҫыу көнө байрам түгел, ә етди һөйләшеү майҙаны. Алдынғы хужалыҡтар тәжрибәһенә таянып етештереүсәнлек ҡеүәттәрен арттырыу һәм юғары һөҙөмтәләр күрһәтеү — республиканың ауыл хужалығы алдында ошо бурыстар тора.
Баҫык көнө
Тулыраҡ: Баҫык көнө