Рух асылы халыҡ хәтерендә

Тулыраҡ: Рух асылы халыҡ хәтерендә

Ғаилә бәхетенең асылы – мөхәббәттә, тоғролоҡта, бер-береңде аңлап, тырышып йәшәүҙә, ә рух асылы ниҙә? Стәрлеләрҙең был һорауға ла яуабы бар. Улар рухтың асылы халыҡ хәтерендә ти: ҡобайырҙарҙа, йырҙарҙа, халыҡ уйындарында, бейеүҙәрҙә.

Ауыҙ – тел ижадының был бөтә жанрҙары ла Башҡортостандың 100 йыллығына арнап әҙерләнгән театраль тамашала сағылыш тапты. Тамаша сценарийының авторы һәм ҡуйыусы режиссеры Розалиә Солтангәрәева ҡобайырға нигеҙләнеп ҡуйҙы уны.Проектта Ашҡаҙар этрада- фольклор төркөмөнөң бөтә артистары ла ҡатнашты һәм милләттәштәренә, тыуған иленә, еренә мөхәббәте тураһында һөйләне. Тамашаны сағыу декорация һәм милли кейемдәр биҙәне. Әйткәндәй, костюмдарҙы Рух асылы театрлаштырылған тамашаһы өсөн махсус тектергәндәр.