Православ христиандар постҡа баҫа

Тулыраҡ: Православ христиандар постҡа баҫа

Бөгөндән православ христиандар үҙ динендәге төп тыйылыуҙарҙың береһе – постҡа баҫа. Ул 28-се апрелгә тиклем дауам итә. Уға тиклем носраниҙар Масленица байрамын билдәле. Тарихсылар уны славяндарҙың ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршылау билдәһе тип атай. Ә ун дүртенсе быуатҡа тиклем тап Масленица яңы йылдың килеүен аңлатҡан. Байрам билдәһе – ҡоймаҡ. Сөнки, йомро һәм эҫе ризыҡ ҡояшты сағылдырған. Бөгөн дә яҙ билдәһе булған был байрам үҙ әһәмиәтен юғалтаған. Ғөмүмән, масленица яҙ менән ҡыштың тәүге осрашыуы, тип иҫәпләнә. Тимәк, крәҫтиән өсөн баҫыуға сығыуға әҙерлектең иң мөһим осоро башлана.