Өфөлә заманса перинаталь үҙәк төҙөлә

Тулыраҡ: Өфөлә заманса перинаталь үҙәк төҙөлә

Ул 130 урынға иәҫпәләнгән. Иҙәндәрҙе түшәүҙә яңы ысул ҡулланыу уңайлы ғына түгел эште лә тиҙләтә. Бер йыл башҡаланың Аврора урамында 24 мең квадрат метр майҙанда 200-ләп шәхси гараждар урынлашҡан булһа, хәҙер инде мөһабәт бина ҡалҡып сыҡҡан. Өфөлә яңы республика перинаталь үҙәген төҙөү әүҙем бара. Әлеге көнгә 6 ҡатлы бинаның дөйөм каркасы төҙөлгән. Киләһе йылдың йәйенә дауахана тулы ҡеүәттә эшен башларға ниәтләй.Үҙәктә төҙөлөш эштәрен республика клиник дауаханаһының акушер-гинекология корпусын төҙөгән компания алып бара. Айына 200-ләп бала тыуған медицина учреждениеһын төҙөүҙең нескәлектәрен, ҡатмарлыҡтарын аңлаған компания был юлы ла эште тейешле кимәлдә башҡарып сафҡа индерергә ниәтләй. Республикала медицина ярҙамы күрһәтеүҙә тыуған ҡатмарлыҡтар яңы үҙәктәр асыуҙы талап итә. Дауаханаларҙа урындар етешмәй. Ошо йәһәттән ҡатын-ҡыҙҙарға акушерлыҡ һәм гинекология буйынса ярҙам күрһәтеүҙе үҫтереү мотлаҡ, тип белдерәләр Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығында. Перинаталь үҙәктә республиканан йылына 10 мең ауырлы ҡатынға ярҙам күрһәтеләсәк. Бәләкәй ҡалалар, ауылдарҙа буласаҡ әсәләргә ярҙам күрһәтеү өсөн белгестәр етешмәй. Тиҙҙән уларҙың барыһына ла ошо перинаталь үҙәктә заманса медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Ҡатмарлы патологиялы йөклө ҡатындарҙы һәм етлекмәй тыуған баланы икенсе ҡаланан алып килеү юлдары ла өйрәнелә. Яңы перинаталь үҙәк үҙ ишектәрен 2016 йылдың июнендә асасаҡ.