Өфөнөң Еңеү урамында урынлашҡан йорттарҙың береһендә йәшәүселәр түбәнән һәм стеналарҙан һыу тамыуына зарлана. Урындағы халыҡ был мәсьәләне хәл итер өсөн 2016 йылдан төрлө ойошмаларға хаттар менән дә мөрәжәғәт иткән. Тик өс йыл эсендә бер эштә башҡарылмаған. Был сетерекле мәсьәләгә хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов аныҡлыҡ индерергә тырышты. Тамара Краснопольская был йортта 2000-се йылдар башынан алып йәшәй. 2016 йылдан бөгөнгәсә ҡар ирегән һәм ямғырлы көндәрҙә уның фатирының түбәһенән һәм стеналарынан һыу аға. Шундай уҡ проблема башҡа фатирҙарҙа ла күҙәтелә. Йортта йәшәүселәр әйтеүенсә, улар йыл һайын үҙ көсө менән ремонт эшләргә мәжбүр. Ағып төшкән һыуҙан түбә-диуарҙар күк менән ҡаплана. 70-се йылдарҙа төҙөлгән күп фатирлы йортта һуңғы 20 йыл эсендә бер тапҡыр ҙа капиталь төҙөкләндереү эштәре башҡарылмаған. Подъездар таушалған, диуарҙар дымланым күк менән ҡапланған. Урындағы халыҡ ҡыйыҡ менән бергә подъездарҙа ла төҙөкләндереү эштәрен үткәреүҙе һорап бихисап мөрәжәғәттәр юллаған. Йортто хеҙмәтләндереүсе ойошма был проблема менән яҡшы таныш һәм халыҡтың хат менән мөрәжәғәт иткәнен дә инҡар итмәй. Тик Еңеү урамы 9-сы йорттоң ҡыйығын яңыртыу эштәре төбәк операторының 2019-сы йылдың планына индерелмәгән. Шулай ҙа хеҙмәтләндереүсе ойошма вәкилдәре капиталь ремонтҡа тиклем был проблеманы хәл итергә вәғәҙәләй.
Тишек түбә
Тулыраҡ: Тишек түбә