Өфөлә Чехия көнө

Тулыраҡ: Өфөлә Чехия көнө

Ошондай сараны ойоштороу тураһында тәҡдим менән Радий Хәбировҡа Чех республикаһының Рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Витезслав Пивонька мөрәжәғәт итте. Рәсми осрашыуҙа ике республика араһындағы файҙалы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тураһында һүҙ барҙы. Европа берлеге илдәренең Рәсәй төбәктәренә ҡарата айырым иғтибары конкуренция тыуҙыра. Аграр тармаҡта беҙ башҡа илдәрҙәге кеүек юғары сифатлы тауарҙы арзаныраҡ хаҡҡа тәҡдим итә алабыҙ, тип белдерҙе Чехия вәкиле. Башҡортостан Республикаһында иһә ауыл хужалығына инвестициялар индерер өсөн бай ер биләмәләре, эшсе көстәр, инвестицияларға ярҙам итеү саралары бар. Беҙ хеҙмәттәшлеккә әҙер, тине Радий Фәрит улы.