Бөтә Донъя башҡорттарының бишенсе ҡоролтайын ойоштороу комитетының тәүге ултырышы үтте. Ул Өфөлә башланып һуңынан Ишембай районында дауам итәсәк. Миллион ете йөҙ мең башҡортто берләштергән Ҡоролтай алдында бөгөн иң ҙур маҡсаттар ҡуйылған. Милләтте берләштереү менән тотош милләтте үҫтереү стратегияһын әҙерләү. Махсус документты тап быйыл йәй Өфөлә раҫларға тейештәр. 2050-се йылға тиклем иҫәпләнгән стартегик документты башҡорт халҡы үҙе әҙерләп, ҙур ҡор мәлендә иғлан итәсәк. Өфөлә, бөтә донъя башҡорттарының бишенсе ҡоролтайын ойоштороу һәм уҙғарыу буйынса комитеттың тәүге ултырышында билдәләнгән бурыстар был йыйындың абруйын арттырыуға ғына ҡайтып ҡалманы. Иң беренсе – республика халҡы ғына түгел, ә Рәсәй, бәлки, тотош донъя башҡорттар тарихы менән таныш булырға тейеш. Маҡсаттарҙың икенсеһе – Рәсәй федерализмы һәм Башҡортостан автономияһына нигеҙ һалыусылар исемдәрен кире ҡайтарыу. Шул уҡ ваҡытта тел һәм мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыу. Миллион ете йөҙ мең башҡорт өсөн был иң көнүҙәк мәсьәлә. Ырымбур делегацияһы, мәҫәлән, оло Башҡортостандан тап ошо юҫыҡта ярҙам һоараға ниәтләй. Өфөләге ҡоролтайҙа Башҡортостан, Рәсәй, шулай уҡ Швейцария, Канада, Америка Ҡушма Штаттары, ғөмүмән, донъяның тиҫтәләгән дәүләтенән вәкилдәр ҡатнашасаҡ. Делегаттар һәм ҡунаҡтар һаны ла билдәле. Улар 750 кеше. Ҡор урыны – Торатау конгресс холлы. 28-29 июнгә тәғәйенләнгән Ҡоролтайҙа ҡатнашыусыларҙы Ишембай районында ла көтәләр. Изге урын Торатау янында Урал һабантуйы уҙасаҡ. Тағы ла шуныһы, тап быйыл, бөтә донъя башҡорттрының бишенсе ҡоролтайы көнөндә Өфөлә Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асыласаҡ.
Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы иң юғары кимәлдә үтәсәк
Тулыраҡ: Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы иң юғары кимәлдә үтәсәк