Кушнаренко районында йәшәүсе Мирсаяповтар ғаиләһе бер йыл эсендә генә ауыл хужалығы кооперацияһы төҙөп, республика халҡын ҡарама бәшмәге менән тәьмин итеүсе эшҡыуарҙарҙың береһенә әйләнгән. Улар үҫтергән продукция һатыу селтәрҙәренә һәм хатта ресторандарға ла оҙатыла. Ҡарама бәшмәгенең төрҙәрен Регина Мирсаяпова яҡшы айыра. Мәҫәлән, ошо “ҡара принц” исемле сорт тәмле, итләс, һабағы юҡ тиерлек. Эште башлап ебәргәндә күп көс һалынды, икеләнеүҙәр ҙә булды, хәҙер инде был шөғөлдөң килемле һәм ышанслы икәнен аңланыҡ, ти ханым.Бәшмәктәр көнбағыш ҡабығы һәм һалам тултырылған тоҡтарҙа үҫтерелә. 15 көн эсендә тәүге морондары күренә башлай. Бер ай эсендә бәшмәклектәр ике тапҡыр уңыш бирә. Теплицалағы 900 блоктан 2 тонна бәшмәк йыйып алырға мөмкин. Төрлө ҡорамалдар менән йыһазландырылған 200 квадрат ҙурлыҡтағы бина зәңгәр яғыулыҡ менән йылытыла, электр уты һәм һыу үткәрелгән. Һауаның дымлылығы һәм температура режимы ла контролдә тотола. Бәшмәккә ихтыяж юғары, ти Регина. Шуға сығымдар тиҙ ҡапланған. Продукция республиканың магазиндарына, ҙур сауҙа үҙәктәренә һәм хатта кафе-ресторандарға оҙатыла. Бәшмәкте файҙалығы һәм туҡлыҡлығы өсөн иткә тиңләйҙәр. Бигерәк тә, ҡарама бәшмәктәре аҙ калориялы, диетик аҙыҡ булараҡ ҡулланыла. Ул кеше организмына кәрәкле витаминдар һәм файҙалы матдәләргә бай. Бәшмәкте әҙерләүе лә еңел. Ун-ун биш минут утта ҡыҙҙырып алыу ҙа етә. Продукцияны консерваларға, паштет яһарға ла мөмкин. Ҡарама бәшмәген, башҡа бәшмәктәргә ҡарағанда үҫтереүе еңел. Егәрле эшҡыуарҙарға 200 квадрат метр майҙанда урынлашҡан теплица хәҙер бәләкәй күренә. Киләсәктә Мирсәйәповтар сәсеү майҙанын киңәйтергә, һәм бәшмәкселек менән ныҡлап шөғөлләнергә уйлай.
Ауылда бәшмәк үҫтереп аҡса эшләп буламы?
Тулыраҡ: Ауылда бәшмәк үҫтереп аҡса эшләп буламы?