Круиз лайнеры Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемен йөрөтә

Тулыраҡ: Круиз лайнеры Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемен йөрөтә

«Водоходъ» компанияһының круиз лайнеры хәҙер Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемен йөрөтә. Карап биш йондоҙло отель кимәленә тап килә. Бортта күҙәтеү салондары, ресторан, бар, спа-салон, тренажер залы, бөҙрәхана, шулай уҡ өҫкө палубала ҙур асыҡ солярий биләмәһе ҡаралған. Лайнер Мәскәү — Санкт-Петербург маршруты буйынса йөрөйәсәк. Быйыл Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуыуына 100 йыл тула. Рәсәй Хөкүмәте бойороғона ярашлы, юбилей федераль кимәлдә билдәләнә.