Өфөлә этник музыка кисәһе проектының өсөнсө концерты үтте

Тулыраҡ: Өфөлә этник музыка кисәһе проектының өсөнсө концерты үтте

Был юлы “Саптар” этно-төркөмө сығыш яһаны. Ҡунаҡтарға яңы көйҙәрен уйнап ишеттереүҙән тыш, ансамблдә уйнаусы егеттәр тамашасыларҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе. Этник стилендәге музыка яратыусылар Өфөлә һәр йәкшәмбе бер майҙанда йыйыла. Был юлы “Саптар” төркөмө тамашасыларҙы үҙенең ижад юлы менән таныштырҙы. Бындай кисә Өфөлә өсөнсө тапҡыр ғына уҙғарыла. Шуға ҡарамаҫтан, зал халыҡ менән шығырым ьулы ине. Беҙ асылыбыҙға ҡайтабыҙ, поп музыка артытты тиеүселәр ҙә булды. Кисә музыка тыңүлау менән генә сикләнмәй, тамашасылар яратҡан артистарына һорауҙар ҙа бирә ала. Ойоштороусылар билдәләүенсә, киләсәктә этно кисәләргә башҡа төбәк артистарын да саҡырыу ҡарала.Ҡурай, думбыра, ҡыл ҡубыҙ, барабан һәм башҡа музыка ҡоралдарында башҡарылған көйҙәр һәр кемдең күңеленә хуш килде. Үҙенсәлекле стилдә уйнаған “Саптар” этно-төркөмө тамашасыларға башҡорт халыҡ көйҙәрен әҙерләгәйне. Был проект ярҙамында этник кисә авторҙары халыҡты берләштереүҙе, этник музыка менән яҡындан таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.Проекттың үҙенсәлеге күсәгилешлелектә лә. Сөнки осрашыу аҙағында тамашасылар киләһе кисәлә ниндәй төркөм сығыш яһаясағын үҙҙәре билдәләй.