“Федерация Советында Башҡортостан көндәренең ойошторолоуы төбәк ҡаҙаныштарын танытыуҙың иң һөҙөмтәле сараһы”. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев менән осрашыуҙа Валентина Матвиенко шулай тип белдерҙе.
Башҡортостан өсөн был осрашыу төбәктең иҡтисади мөмкинлектәрен күрһәтеү һәм көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алышыу майҙаны. Файҙалы һәм эшлекле әңгәмәләр Федерация Советының һәр комитетында үтте. Социаль-иҡтисади үҫеш мөмкинлектәре һәм милли проекттар буйынса килешеү һәм уларҙы бойомға ашырыу йүнәлештәре билдәләнде. Рәсәй парламентының юғары палатаһы рәйесе: “Беҙҙең төп бурыстарҙың береһе – федерация төбәктәренең мәнфәғәттәрен яҡлау”, тип белдерҙе. Радий Хәбиров Башҡортостан республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек барышы менән таныштырҙы.
Әңгәмәлә Федерация Советында Башҡортостандың вәкәләтле һәм башҡарма дәүләт власы органдары вәкилдәре Лилиә Ғүмәрова менән Ирек Ялалов ҡатнашты. Әңгәмәнән һуң Валентина Матвиенко Башҡортостан етәкселеге менән берлектә Федерация Советында ойошторолған төбәк ҡаҙаныштары күргәҙмәһен ҡараны. Осрашыу һөҙөмтәләре буйынса Парламенттың юғары палатаһы төбәктең иҡтисади һәм социаль үҫешенә ҡағылған ҡарар ҡабул итәсәк.