Өфөлә боҙлауыҡ менән көрәшәләр

Тулыраҡ: Өфөлә боҙлауыҡ менән көрәшәләр

Коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән режимға күсерелде. Юлдарға һәм ихата эсенә ҡом ҡатнашмаһы һибеү тәүлек әйләнәһенә башҡарыла. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡар һәм боҙлауыҡтан таҙартыу предприятие, ойошмалар иңендә, тимәк яуаплылыҡ та улар ҡарамағында. Шул уҡ ваҡытта синоптиктар һауа торошоноң ҡатмарлашыуы хаҡында иҫкәртә. Республика биләмәләрендә елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрғаса етеүе ихтимал, епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы көтөлә. Юлдарҙа боҙлауыҡ, урыны менән томан. Водителдәргә һәм йәйәүлеләргә иғтибарлы булырға кәңәш итәлар Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.