Иглин ауылы халҡы урындағы хакимиәттең ҡыш буйына урамдарҙы ҡарҙан таҙартмауына зарлана. Хәҙер бер-нисә ай буйына йыйылған ҡарлы юлдарҙан янғын һүндереү һәм тиҙ ярҙам машиналары ла үтә алмай. Иглин ауылының яңы микрорайонында йәшәүселәр хәҙер ҡайҙа һәм кемгә мөрәжәғәт итергә лә белмәй. Ҡыш буйына таҙартылмаған ҡар, көндәр йылыныу менән иреп, бутҡаға әйләнә.
Урындағы халыҡ был проблемаға ҡаршы үҙ көсө менән көрәшергә мәжбүр. Айына бер-нисә тапҡыр кеҫәләренән аҡса сығарып, трактор яллап урамдарҙы ҡарҙан таҙарттыра. Юл булмау сәбәпле, янғын һүндереү машиналары ла, тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәре лә ваҡытында килеп етә алмай. Юл мәсьәләһе йылдар дауамында хәл ителмәй, ти урындағы халыҡ.
Ауылда йәшәүселәргә бигерәк тә ҡышҡыһын ауырға тура килә. Сөнки юлды ҡар ҡаплау сәбәпле, уҡыусылар мәктәпкә йәйәү йөрөргә мәжбүр. Юлдарҙы ҡарҙан таҙартмау сәбәпле урамға мәктәп автобусы ғына түгел, хатта махсус техникала үтә алмай. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, ашығыс медицина ярҙамы машинаһы ваҡытында килеп етә алмай. Бынан тыш, ауылда урамдарҙы яҡтыртыу проблемаһы ла бар. Халыҡ урындағы хакимиәткә һәм прокуратураға ла даими мөрәжәғәт иткән. Тик бөгөнгәсә был мәсьәлә хәл ителмәгән.
Урындағы властар был һорауҙы күҙ уңында тоторға вәғәҙә итте. Ямғырлы көндәрҙә ауылда йәшәүселәр машинала ла, йәйәү ҙә йөрөй алмай. Бер-ике урамды ҡыш буйына йыйылған ҡарҙан таҙартыу урындағы халыҡҡа кәмендә 2 мең һумға төшә. Ә ашығыс медицина ярҙамының ваҡытында килеп етмәүе хатта кемдеңдер ғүмеренә торошло булыуы ихтимал.