Өфөлә ике ҡатлы йорттарҙың береһе емерелә башлаған

Тулыраҡ: Өфөлә ике ҡатлы йорттарҙың береһе емерелә башлаған

Өфөнөң Нежинская урамында урынлашҡан ике ҡатлы йорттоң ҡыйығы емерелеү сәбәпле фатирҙарҙы һыу баҫа. 76 йыллыҡ йортта капиталь ремонт эшләнелмәгән, ул күҙгә күренеп емерелә, тип зарлана халыҡ. Көн һайын тәҙрә төбөнән биҙерәләп һыу ташыу — ғәҙәти күренешкә әйләнде, тип зарлана Регина Нарбутова.

Өфөнөң Нежин урамында урынлашҡан ике ҡатлы йорттоң ҡыйығы емерелеү сәбәпле фатирҙарҙы тура мәғәнәһендә һыу баҫа. Фатир эсендә ремонт эшләүҙән файҙа юҡ. Йыл һайын ҡыйыҡтан һыу ағыу сәбәпле, диуарҙар аҡтарыла, көнкүреш әйберҙәре зыян күрә. Халыҡ йорттоң емерелергә тороуынан тыш, һыу, йылылыҡ һәм эшләнелмәгән капиталь ремонт өсөн алтышар мең аҡса түләүҙәренә зарлана. Нежинская урамындағы йорт 1943-сө йылда төҙөлгән. Ул авария хәлендә түгел, тип һанала. Әммә йәшәүселәр йорттоң көн һайын емерелеүенә үҙ күҙҙәре менән шаһит.

Урындағы халыҡ әйтеүенсә, был йортта бер ваҡытта ла капиталь ремонт эшләнелмәгән. Кешеләр үҙҙәренең ғүмерҙәре өсөн ҡурҡа. Марттың башында ғына был йорт түбәһе төнөн аҡтарылып төшә. Ике ҡатлы йортта күбеһенсә оло йәштәгеләр һәм күп балалы ғаиләләр йәшәй. Тик сабыйҙар менән урамға сығыуы ҡурҡыныс, ти йәш әсәләр. Яңыраҡ ҡына мәҫәлән, йорттоң ҡыйығы килеп төшкән. Йортта йәшәүселәр торлаҡ-файҙаланыу идаралығына был проблема менән мөрәжәғәт итеүҙән файҙа юҡ, ти.

73-сө торлаҡ-файҙаланыу идаралығы хеҙмәткәрҙәренә, әлбиттә, емерелергә торған йорт хәле яҡшы таныш. Торлаҡ-файҙаланыу идаралығы хеҙмәткәрҙәре ошо арала ҡыйыҡты йүнәтергә вәғәҙә итте. Ә йортто авария хәлендә тип танытыу өсөн халыҡҡа хәҙер йыйылып ҡултамға йыйырға һәм прокуратураға ғариза яҙырға кәрәк.