Белгестәр тәбиғәттең көйһөҙлөгөнә алдан әҙерләнергә саҡыра

Тулыраҡ: Белгестәр тәбиғәттең көйһөҙлөгөнә алдан әҙерләнергә саҡыра

Башҡортостанда быйыл яҙғы ташҡын көслө булмаҫ, тип фаразлана. Әммә белгестәр тәбиғәттең көйһөҙлөгөнә алдан әҙерләнергә саҡыра. Фаразлауҙар буйынса, йылғаларҙа апрель урталарында боҙ китә башлай. Өфө янында Ағиҙел йылғаһында боҙ 9-12 апрелдә китер, тип көтөлә. Республика йылғаларында боҙҙоң уртаса ҡалынлығы быйыл 27-65 сантиметр, был норманан 10-45 сантиметрға түбәнерәк. Һауа температураһының күтәрелеүенә бәйле, күпселек йылғаларҙа боҙ яйлап ирей башланы, йырындар барлыҡҡа килде.