Тәбиғи, саф һәм файҙалы аҙыҡ етештереүселәрҙе уңайлы, һаҡсыл технологиялар менән заманса техника ҡыҙыҡһындыра. Ике яҡ өсөн дә мөһим мәғлүмәттәрҙе Өфөлә егерме туғыҙынсы тапҡыр ойошторолған “Агрокомплекс” күргәҙмәһе тәҡдим итте. Халыҡ-ара форум сиктәрендә күрһәтелгән техника һәм тауар өлгөләрен республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡараны.
Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникаһы предприятиеһы ер эшкәртеү һәм уңыш йыйыуға тәғәйен машиналарҙың бер нисә төрөн етештерә. Радий Фәрит улын предприятиеның партнерҙары ҡыҙыҡһындыра. “Инмаш” берекмәһе етәксеһе иһә башҡалар менән сағыштырғанда хаҡы 30-40 процентҡа арзаныраҡ халыҡ комбайнын төҙөү тураһында хәбәр итә. Бөгөн хужалыҡтар ҡулланышы ябай, файҙаланышы ышаныслы, яғыулығы экологик таҙа һәм һаҡсыл техникаға өҫтөнлөк бирә. Радий Хәбиров күргәҙмәгә килгән техника етештереүселәрҙең икәүһен, атап әйткәндә Стәрлетамаҡтың “Инмаш” менән “Ригмаш” предприятиеларын сираттағы Инвестиция сәғәтендә ҡатнашырға саҡыра. Өфөлә Рәсәйҙең 36 төбәгенән тауар етештереүселәр үҙ ҡаҙаныштарын таныта.
Аграр форум күргәҙмәһе майҙанын һайлаған 350 предприятие араһында сит ил вәкилдәре лә бар. Германия, Дания, Австрия һәм Чехиянан рәсми делегациялар эшләй. Австрия аграр кластеры бер нисә фирманы һәм фермер хужалыҡтарын берләштергән.Чехия тауар етштереүселәренең дә Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итергә теләге ҙур. Был ил икенсе йыл рәттән Өфөләге форумды ойоштороусылар исемлегендә. Чехтар аграр тармаҡтан тыш мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек яҡлы.Күргәҙмәлә иһә сит ил ҡунаҡтары иғтибарын башҡорт ҡаҙҙарын үрсетеү хужалығы йәлеп итә.
Благовар районы Иҫке Күсәрбай ауылында 2007 йылда барлыҡҡа килгән хужалыҡ бөгөн ҡаҙ итен етештереп кенә ҡалмай, был ҡоштарҙың гибрид тоҡомдарын сығарыу менән дә уңышлы шөғөлләнә. Бөгөн 12 төр тоҡомло 12 мең баш ҡаҙ аҫрайҙар. Ауырлығы 7-9 килоға еткән башҡорт аҡ ҡаҙы гибриды бындай күләмдәге күргәҙмәгә беренсе тапҡыр сығарылған. Халыҡ-ара күргәҙмәлә аграр тармаҡтың кесе эшҡыуарлыҡ ҡаҙаныштарына быйыл беренсе тапҡыр айырым урын бүленгән. Үҙенсәлекле ризыҡтар, боронғо рецептар, милли аштар. Халыҡ-ара аграр форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан тауарҙары тәме, сифаты һәм төрлөлөгө менән һоҡландыра. Был ризыҡтарҙы етештергән фермер һәм ауыл хужалығы кооперативтары бөгөн аграр тармаҡта үҙ урынын донъя кимәлендә нығытыу мөмкинлеген ала. Республика етәксеһе фекеренсә, Башҡортостанда етештерелгән тәбиғи һәм саф ризыҡтарға әле киң танылыу етмәй. Етештереүселәр һәм һатыусылар хеҙмәттәшлегенә өлгәшер өсөн дә ошондай саралар кәрәк.Аграр өлкәлә алдынғылыҡҡа етди аҙымдар яһаған кесе эшҡыуарҙар тармаҡта электән нығынған предприятиеларға конкуренция яһарға ла дәғүә итә.
Европаны бөгөн экологик яҡтан таҙа, тәбиғи ризыҡтар ҡыҙыҡһындыра, ти Өфө районы “Алексеевский” совхозы етәксеһе Рәмзил Низаметдинов.Фермер хужалыҡтары һәм кооперативтар күргәҙмәлә ҡатнашыуҙы хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтеү сараһы булараҡ файҙалана. Рәсәй төбәктәре менән сит ил һатып алыусыһына тәҡдим итер юғары сифатлы тауар етерлек.Башҡортостан аграрийҙары иһә сит ил технологиялары менән техника файҙаланыу мөмкинлектәрен барлай. Республика был йәһәттән инвестициялар яҡлау сараларын күрергә әҙер.Башҡортостан етәксеһенә һауынсы роботтарҙы ла күрһәттеләр. Уларҙы Өфөлә етештереүҙе Голландияның рәсми вәкиле “Роботекс” предприятеһы үҙләштергән. Автомат һауынсылар тәүгеләрҙән булып Әбйәлил районы хужалығына юлланасаҡ.
Аграр күргәҙмәлә ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта. Был Башҡортостан аграрийҙарына ҡарата иғтибар кимәлен генә түгел, ә тотош тармаҡтың киләсәк үҫешен дәлилләй. Аграр форум барышында 4 көн эсендә эшлекле осрашыуҙар, тематик кәңәшмәләр үтте. Уларҙа белгестәрҙән тыш ауыл хужалығы уҡыу йорттарында белем алған студенттар ҙа ҡатнашты.