Өфөгә Германиянан Халыҡ-ара балалар уйындары комитетының генераль секретары Ричард Смит эш сәфәре менән килде. Ул Республика йортонда төбәк етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашты.Ричард Смит, Өфөлә йыш ҡунаҡ. Был юлы ул Радий Фәрит улы менән 53-сө Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын үткәреү тураһында һөйләште. Республиканың был спорт сараларын ҡабул итеүгә әҙерлеге юғары кимәлдә, тип билдәләне Ричард Смит. 1968 йылдан бирле үткәрелгән Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары еңел атлетика, футбол, йөҙөү, фехтование, пляж волейболы, баскетбол, грек-рим көрәше, ҡаяға үрмәләү һәм тхэквондо буйынса ярыштарҙы үҙ эсенә ала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың баш ҡалаһы 2013 йылда Алтынсы Ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындарын да ҡабул иткәйне. Шулай итеп, Өфө донъяла Ҡышҡы һәм Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул иткән берҙән-бер ҡала буласаҡ.
Өфө Халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул итергә әҙер
Тулыраҡ: Өфө Халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул итергә әҙер