Өфөлә “Рәсәйҙең махсус Олимпиадаһы” программаһы сиктәрендә мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында тау саңғыһы һәм сноуборд буйынса республика ярыштары ойошторолдо. Унда 57 бала ҡатнашты. Сараның төп маҡсаты – балаларҙы спорт ярҙамында йәмғиәт тормошона яраҡлаштырыу. Ярышсыларҙың иң кесеһенә н бары 2 йәш кенә. Бөтөнләй атламаған ҡыҙ, саңғыға баҫҡан, хәҙер инде уның хәрәкәттәре күпкә яҡшыраҡ, ти спорт клубы тренеры. Һәр баланың мөмкинлектәре төрлөсә, әммә был спорт балаларға өмөт өҫтәй.
Рәсәйҙең махсус Олимпиадаһы
Тулыраҡ: Рәсәйҙең махсус Олимпиадаһы