Республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдиме менән 2020 йыл Рәсәйҙә Халыҡ ижады йылы тип иғлан ителде. Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко «Рәсәй субъекты сәғәте» ултырышында ошо турала белдерҙе. «Беҙ Радий Хәбировтың 2020 йылды Халыҡ ижады йылы тип иғлан итеү тураһында тәҡдимен хупланыҡ. Был Бөтә донъя фольклориадаһы кеүек халыҡ-ара кимәлдәге ҙур сара менән тап килә. Фольклориада 2020 йылда Башҡортостанда ойошторола», — тине Валентина Матвиенко. Фольклориада 2020 йылдың 18 июленән 1 авгусына тиклем уҙа. Унда Башҡортостандың барлыҡ ҡала-райондары ҡатнаша. Биш ҡитғанан вәкилдәр һәм 100-гә яҡын коллектив килеүе көтөлә. Бөгөнгә 73 илдән ғаризалар алынған.
Халыҡ ижады йылы
Тулыраҡ: Халыҡ ижады йылы