Ул ҡурайҙы донъя кимәленә сығарҙы

Тулыраҡ: Ул ҡурайҙы донъя кимәленә сығарҙы

Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашевтың республика буйлап Башҡортостандың 100 йыллығына арналған гастроль сәфәре башланды. Ҡурайсы, виртуоздың тәүге концерты Өфө тамашасыһына тәҡдим ителде. Ошо уҡ программа менән Роберт Юлдашев Мәскәү халыҡ-ара музыка йортонда сығыш яһаясаҡ. Аҙгөл башҡорт бейеүе менән 2-се йыл шөғөлләнә. Ә Роберт Юлдашев концертында беренсе тапҡыр сығыш яһай.Сәхнәлә 36 бала. Иң кескәй бейеүселәр балалар баҡсаһына йөрөй. Ҙур сәхнәлә күптәренең беренсе сығышы, шуға ла концерт алдынан улар өсөн етди репетиция ойошторолдо. Ҡурайсы, виртуоз Роберт Юлдашев “Ҡурайсы” төркөмө менән боронғо көйҙәргә заман һулышы өрөп, тамашасы иғтибарына моңло ла, серле лә, күңелле көйҙәрен тәҡдим итте. Тере музыка тауышына сәхнәлә ҡыҙҙар төрлө бейеүҙәр башҡарҙы.Роберт Юлдашев башҡарыуында ҡурай моңо Англия, Япония, Испания, Италия һәм башҡа илдәрҙә яңғыраны һәм ҡурайға киң танылыу алып килде. Ҡурайсы йыш ҡына Рәсәй йондоҙҙары менән сығыш яһай. Башҡала сәхнәһендә һуңғы тапҡыр уның концерты 5 йыл элек ойошторолғайны. Роберт Юлдашев “Ҡурайсы” төркөмө һәм бейеүсе ҡыҙҙар менән Башҡортостандың 100 йыллығына арналған тур менән республика һәм Рәсәйҙең төрлө ҡалаларына юлланасаҡ. Башҡортостанда иһә концерт 19 мартта Стәрлетамаҡта, һуңынан Ишембай һәм Салауат ҡалаларында ойоштороласаҡ.