Халыҡ сүплекте икенсе урынға күсереүҙе талап итә

Тулыраҡ: Халыҡ сүплекте икенсе урынға күсереүҙе талап итә

Шишмә районы Сәлих ауылынан йыраҡ түгел генә барлыҡҡа килгән сүп-сар өйөмөнә ут төртөү менән күптәр төҙрәләрен ябырға йә иһә өйөн ҡалдырып торорға мәжбүр. Мәсьәлә йыйылыштарҙа бер нисә тапҡыр күтәрелгән, әммә әле булһа хәл ителмәй. Шишмә районы Сәлих ауылында халыҡты тирә-яҡ тәбиғәттең, йылға-күлдәрҙең бысраныуы борсоуға һала. Малдар үлә, йылғала балыҡ ҡалманы, бар бәләнең сәбәпсеһе ауыл эргәһендә, йылға аша ғына урынлашҡан сүплек, ти ауыл халҡы.Сүплек был урында бер-нисә йыл элек кенә барлыҡҡа килгән. Шунан бирле ут сығыу осраҡтары, ауыл өҫтөндә торған ҡара төтөн, насар еҫ Сәлих ауылы халҡына тынғы бирмәй.Элек ошо урындан бөтә Шишмә районы халҡы иң сифатлы ҡыҙыл балсыҡ алған. Хатта кирбес заводы төҙөргә лә йыйынғандар. Әммә йылдар үтеү менән ерҙә соҡорҙар ғына тороп ҡалған. Әҙер уйһыулыҡ буш ятмаһын тип ауыл хакимиәте был урында сүплек урынлаштырырға рөхсәт иткән.Башта ауыл халҡы сүплеккә һалам, хужалыҡ ҡалдыҡтарын ғына килтерһә, тора-бара ул көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына әйләнгән. Был һорау бер нисә тапҡыр ауыл хакимиәте йыйылышында ла күтәрелгән. Сүплек ябылһа юл ситтәре, йылға буйҙары ҡалдыҡтар менән туласаҡ тип борсола ауыл хакимиәте етәкселеге. Әлегә мәсъәләне хәл итеү юлы табылмаған, ә ауыл халҡын борсоуға һалған сүплектең сиктәре киңәйә генә.