2014 йылдың 16 мартында Ҡырымда Рәсәйгә ҡушылыу буйынса референдум үтә. Унда электораттың 96 проценттан ашыуы Рәсәй составына инеү өсөн тауыш бирә. Ә 18 мартта Мәскәүҙә Ҡырым менән Севастополдең Рәсәй составына үҙ ирке менән инеүе тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыла. Тарихи ваҡиғаға бәйле, ярымутрауҙа һәм ил төбәктәрендә төрлө байрам саралары үтә. Республика етәксеһе Ҡырымдың Рәсәйгә үҙ ирке менән ҡушылыуына 5 йыл тулыуға арналған тантаналарҙа ҡатнашты. Ҡырым яҙына арналған төп саралар Симферополдә үтә. Радий Хәбиров республиканың министрҙар советы янындағы майҙанда “Халыҡ ополчениеһы” һәйкәленә сәскәләр һалды. Һуңынан Дәүләт думаһы депутаттары һәм ярымутрауҙа йәшәүселәр менән бергә ҡала урамдары буйлап үтте, тантаналы митингта ҡатнашты. Радий хәбиров билдәләүенсә, бынан биш йыл элек булған ваҡиғалар тарихи әһәмиәткә эйә. Башҡортостанды илдең иң йәш субъекты менән ысын мәғәнәһендә дуҫтар мөнәсәбәттәр бәйләй, тине республикабыҙ етәксеһе.
Ил халҡы Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуының 5 йыллығын билдәләй
Тулыраҡ: Ил халҡы Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуының 5 йыллығын билдәләй