Россгвардияның Рәсәй инженер ғәскәрҙәре һөнәри байрамы

Тулыраҡ: Россгвардияның Рәсәй инженер ғәскәрҙәре һөнәри байрамы

Россгвардияның Рәсәй инженер ғәскәрҙәре һөнәри байрамын – 25 йыллығын билдәләне. Был төр ғәскәрҙәрҙең мөмкинлектәре бик юғары. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында улар немец-фашист илбаҫарҙарын тар-мар итеүгә тос өлөш индерҙе. Улар бөгөн дә илебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғон тәьмин итеүҙә хәл иткес әһәмиәткә эйә. Ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлаған Радик Закирйәнов һәр хеҙмәттәше хаҡында айырым һөйләргә әҙер. Бында осраҡлы кешеләр юҡ, бер-беребеҙгә терәк булып, бер туғандай йәшәргә-эшләргә күнеккәнбеҙ, ти ул. Наил инженер ғәскәрҙәрендә бер — нисә йыл элек кенә сапер булып хеҙмәт итә башлаған. Бында эләгеү еңелдән түгел. Физик яҡтан сәләмәт, төрлө хәлдәргә әҙер булыуың ғына етмәй, алдан һиҙемләй белеүең дә төп шарт. Элегерәк инженер ғәскәрҙәрендә 10 кеше араһынан берәү генә һайланып алынһа, хәҙер 2-3 егет сапер һөнәрен үҙләштерә. Инженер ғәскәрҙәренең бурысы — юлдарҙы таҙартыу ғына түгел, шартлатҡыстарҙы юҡ итеү. Был осраҡ өсөн махсус хәрби техника бар. Инженер-техник ғәскәренә 25 йыл тулыу уңайынан Росгвардия идаралығы етәксеһе урынбаҫары, хәрби хеҙмәттә ҡыйыулыҡ күрһәткән ир-егеттәрҙе бүләкләп, теләктәрен еткерҙе. Ҡыҙыу нөктәләргә командировкаларҙан тыш, көндәлек тормошта ла егеттәрҙең хәрби әҙерлектә булыуы мөһим. Һалҡын ҡан, әммә айыҡ аҡыл менән эш итергә тейешһең, ти бында хеҙмәт итеүселәр.