Унда ҡараласаҡ закон прокттары Президиум ултырышында раҫланды. Республиканың Закондар сығарыу буйынса төп органы комитеттары социаль йүнәлеше хоҡуҡи акттар әҙерләй. 4 тиҫтәгә яҡын закон проекты менән федераль ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү тәҡдиме. Башҡортостан парламентының яҙғы сессиялағы сираттағы ултырышы быйылғы кәңәшмәләр араһында иң мөһимдәренең береһе буласаҡ. Тап марттың егерме һигеҙендә республиканың закондар сығарыу буйынса төп органы субьект өсөн айырыуса мөһим документ ҡабул итергә тейеш. Хоҡуҡи акт республиканың быйылғы ҡаҙнаһы һәм алдағы ике йылға бюджет проектына бәйле. Федераль суммаларҙы иҫәпкә алғанда, ҡаҙна килеме 12 миллиард һумға тиклем күбәйә. Финанс мәсьәлә менән бергә парламентарийҙар халыҡ сәләмәтлеге өсөн тағы ла бер үтә лә мөһим закон проектын раҫларға ниәтләй. Ул туберкулез сирен иҫкәртеүгә бәйле. Үпкә ауырыуы таралыуға юл ҡуймау өсөн хәҙер тикшереү көсәйтелә. Башҡортостан Парламенты республика етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдим иткән закон проектына айырыуса иғтибар бирә. Был ҡанун проекты Башҡортостанда ҡаҙылма байлыҡтар менән файҙаланыу өсөн рөхсәт алыуға бәйле. Яңы документ, тәү сиратта, урындағы халыҡ мәнфәғәтенән сығып эшләнә.Башҡарма власть органдары эшен камиллаштырыу йәһәтенән әҙерләнгән закон проекттарының береһе, мәҫәлән, район-ҡалалар хакимиәттәре башлыҡтары эшенә бәйле. Законға ярашлы, хәҙер етәкселек эш урынында төнгә тиклем ҡалыуы бар. Ә артыҡ эш сәғәте өсөн уларға өҫтәмә хеҙмәт хаҡы ҡаралмаған.Башҡортостан парламенты депутаттары март айында ике ултырыш уҙғарасаҡ. Кесаҙнала, мәҫәлән, яңы прокурор менән контроль иҫәп палатаһының яңы рәйесе тәғәйенләнә. 28 март иһә депутатар менән республика етәксеһе Радий Хәбиров осраша.
Башҡортостан парламенты депутаттары яҙғы сессиялағы сираттағы ултырышына әҙерләнә
Тулыраҡ: Башҡортостан парламенты депутаттары яҙғы сессиялағы сираттағы ултырышына әҙерләнә