Шулай уҡ яһалма күҙ яҫмығы ҡуйыу аппараты ла ҡулланыла башланы. Дауахананың офтальмология бүлеге мөдире Амур Моталлапов әйтеүенсә, бүлектә йылына 300-ҙән ашыу операция яһала. Бында Хәйбулла, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары, Баймаҡ, Сибай ҡалаһынан сирлеләр мөрәжәғәт итә. Ошоға тиклем иң күп таралған глаукома һәм катаракта сиренә юлығыусылар операция яһатырға Өфөгә, йәки күрше Ырымбур өлкәһенә, Магнитогорск ҡалаһына йөрөһә, әле бындай медицина хеҙмәтен Сибайҙа күрһәтеү мөмкинлеге булдырылды.
Сибайҙа факоэмульсификатор сафҡа индерелде
Тулыраҡ: Сибайҙа факоэмульсификатор сафҡа индерелде