Ҡомарға бирелеп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотоусылар

Тулыраҡ: Ҡомарға бирелеп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотоусылар

Ҡотҡарыусыларҙың эше уяулыҡты, етеҙлекте талап итә. Айырыуса яҙ етеү менән йоҡа боҙ өҫтөндә балыҡ тотоусылар аяныслы хәлдәргә тарый. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре махсус машинала аҙна һайын иҫкәртеү операцияһын ойоштора һәм балыҡ ҡармаҡлаусылар менән осрашып хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатыу эштәрен алып бара. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре аҙна һайын махсус транспортта рейд ойоштора. Һауа яҫтығындағы катер һыуҙа ла, көрттә лә батмай. Уның тиҙлеге сәғәтенә 90 саҡырым, тоннаға яҡын йөк күтәрә. Билдәле булыуынса, балыҡсылар яңғыҙ йөрөмәй. Нижегородка биҫтәһендә йәшәүселәр бер-береһен яҡшы белә һәм бер урында балыҡ тоторға тырыша. Илдар Ғәликәев 30 йылдан ашыу балыҡ ҡармаҡлай. Шуға ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән дә яҡшы таныш.Балыҡсыларҙың күптәре хәүефһеҙлек саралары менән таныш, әммә көндәр йылынып, боҙҙоң ирей башлауы балыҡ тотоу ҡомарын кәметмәй. Ҡотҡарыусылар билдәләүенсә, боҙҙоң ҡалынлығы урыны менән 20 см. Тап ошо урында 60 см тирәһе. Шуға ла бында балыҡ тотоу әле мөмкин. Әммә март аҙағында боҙҙо тишеп мәке эшләү күпкә хәүефле буласаҡ, тип билдәләй ҡотҡарыусылар.Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре балыҡсылар менән әңгәмәләшеп, аңлатыу эштәре алып барҙы, иҫкәртмәләр таратты. Ә бына Ағиҙел аша күпер эргәһендә ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә дежурҙа тора. Тап ошо урында хәүефле осраҡтар йыш осрай.Тәжрибәле балыҡсылар әйтеүенсә, әле балыҡ ҡармаҡлауҙың һуңғы аҙнаһы бара. Йыш иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, балыҡсылар ҡомарға бирелеп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иңҡар итә. Күрәһең, күптәре бәхетле осраҡҡа ышана.