Бер нисә йыл дауамында Өфө ресторандарына шылтыратып, үҙен Башҡортостан буйынса баш автоинспектор Динар Ғилметдинов тип таныштырып, өҫтәл әҙерләүҙе һәм уның иҫәбенә аҡса күсереүҙе талап итеүсе ҡулға алынған. Мутлашыусы хәҙер суд алдында яуап бирәсәк. Людмила Әғәҙуллина зыян күреүселәрҙең береһе. Ханым Башҡортостан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдинов булып шылтыратыусының телефон номерына 23 мең һум аҡса күсереп өлгөргән. Үҙен Башҡортостандың баш автоинспекторы итеп танытыусы, өҫтәл әҙерләүҙе һәм уның иҫәбенә аҡса күсереүҙе талап итеүсе – Сочи ҡалаһында йәшәүсе 34 йәшлек ир кеше. Ғәйепләнеүсе үҙенең ни өсөн Динар Ғилметдиновты һайлауын бер-нисек тә аңлата алманы. Әлеге көндә ул бер ҡайҙа ла эшләмәй, бәлиғ булмаған ике бала тәрбиәләй.Мутлашыусы өс кешене 80 мең һумға яҡын суммаға алдаған. Динис Зинов үҙ ғәйебен тулыһынса таныны. Документтарҙың барыһы ла теүәл булмау сәбәпле, суд үҙ ҡарарын 27-се мартта иғлан итәсәк.
Өҫтөл әҙерләгеҙ, мин хәҙер киләм
Тулыраҡ: Өҫтөл әҙерләгеҙ, мин хәҙер киләм