Апрель башынан республикала экологик өмәләр айлығы башлана

Тулыраҡ: Апрель башынан республикала экологик өмәләр айлығы башлана

Оператив кәңәшмә барышында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров май байрамдарына тиклем Башҡортостанды тәртипкә килтерергә саҡырҙы. Шулай уҡ, Сибайҙағы карьерға һыу тултырыу эштәренең тамамланыу ваҡытын да аныҡланы. Карьерҙың зарарлы газдар сығарып ятҡан өлөшөнә тиклем һыу тултырыу эше 26 мартҡа тәмәмланырға тейеш. Республика етәксеһе Өфөнән ебәрелгән табиптарҙы ла ҡайтарырға, шул уҡ ваҡытта ҡалала медицина мәсьәләһен аҙағынаса хәл итергә ҡушты. Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау эшен 15 июнгә тиклем тамамларға. Радий Хәбиров оператив кәңәшмә барышында яҙ һайын көнүҙәк булған проблемаға туҡталып үтте. Ҡар ирей башлау менән асылған соҡорҙарҙы ямауҙа заманса технологияларҙы ла ҡулланырға, ә 50 йыл элек уйланылған ысул менән генә эшләмәҫкә кәңәш итте. Әле республикала юлдар торошон күҙәтеү өсөн интерактив карта булдырылған, Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта мобиль ҡушымта ярҙамында проблемалы участкалар асыҡлана. 1 апрелдә эшләй башлаясаҡ ҡушымтаға һәр кем юлдағы соҡорҙо фотоға төшөрөп ебәрә ала, авария хәүефе булған урындар 1 тәүлек эсендә, башҡалары 3 көндә ямалып шунда уҡ отчет һалына. Республикала 6 һәм 20 апрель дөйөм өмәләр көнө тип билдәләнде. Урындарҙа туҡланыу нөктәләрен, коммуналь техникалар парадын ойоштороу мөһим. Теләгәндәргә ҡорамалдар бүлергә. Тупраҡ, сәсеү орлаҡтарын һатып алырға. Бынан тыш, көн һайын техникаларҙы, формалағы хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә йәлеп итеү кәрәк. Республика май айына тиклем сүп-сарҙан, саңдан таҙартылырға тейеш. Ведомство экологик өмәләрҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Радий Хәбиров министрлыҡ планын хупланы. Төбәк Башлығы билдәләүенсә, йәйге миҙгелгә республиканың бар ҡалаларын төҙөкләндереү мөһим. Республиканың 100 йыллығына төҙөлгән 52 объект быйыл сафҡа инә. Шуларҙың күп өлөшө – 32 мәғариф учреждениелары. Эштәр планға ярашлы бара тиелде оператив кәңәшмәлә. Юбилейлы 112 объекттың дөйөм хаҡы 44 миллиард 600 миллион һумдан ашыу. 27-һе әле сафҡа индерелгән. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған төп сараларҙың береһе – тантаналы ултырыш шәмбе көнө Өфөлә үтә. Ул район-ҡалаларҙа 1 быуатлыҡ юбилей сараларына башланғыс бирәсәк. Байрамдың төп фәлсәфәһе республиканың, район-ҡалаларҙың үҫеше күп көс һалған шәхестәрҙе билдәләү. Һәм тантаналарҙың үҙәгендә тап улар булырға тейеш.